Похожее видео
Өфөлә һыу инеү миҙгеленең ҡасан башланасағы аталды. Баш ҡалалғы рәсми пляждар ә әлегә уларҙың һаны 9 беренсе июндә асылырға тейеш. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова Өфө ваҡыты тапшырыуында белдерҙе. Халыҡтың күпләп ял итеү урындарында именлек һәм тәртип ҡағиҙәләренең теүәл үтәлеше айырым иғтибарҙа. Йылға-күлдәр төптәрен таҙартыу билдәләмәләр урынлаштырыу аҙағына яҡынлаша. Ҡотҡарыусыларҙың сираттағы рейды яҡын арала көтөлә. Ленария Ямалетдинова һүҙҙәренә ҡарағанда Өфө янындағы карьер һәм быуалар тикшереү үтә. Бынан тыш гидроцикл һәм моторлы кәмәләрҙә йөрөүселәр ҙә хәүефһеҙлек тураһында оноторға тейеш түгел. Өфө ваҡыты тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84 МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24. Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас. Мы освещаем новости Уфы и Башкирии,
Похожее видео